Ежегодно 21 февраля в мире отмечается Международный день родного языка. Он был провозглашен на Генеральной конференции ЮНЕСКО в ноябре 1999 года и отмечается во всем мире с 2000 года. Именно этому дню были посвящены мероприятия в наших школах и детских садах.
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Бөгөн бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Мәктәптәрҙә туған телдең матурлығы тураһында әңгәмәләр, кластан тыш саралар үткәрелде. Уҡыусылар иптәштәрен, уҡытыусыларҙы мәктәп ишеге төбөндә туған телдәрҙә сәләмләп ҡаршы алдылар. Бынан тыш, әсә телдәрендә “Туған тел. Төрлөлөктә – берҙәмлек” кластан тыш дәресе үткәрелде.
Балалар баҡсаһында ла ошо байрамға арнап "Башҡортостан халыҡтары хороводы" тигән сара үткәрелде. Тел тураһында әңгәмәнән һуң " Башҡорт орнаментын тап", " Милли кейем биҙәктәре", "Ҡурсаҡты кейендер", "Башҡорт аштарын ғына һайла", "Тирмәлә" кеүек өҫтәл-баҫма уйындар балаларға бик оҡшаны.
Тел - халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткәне менән киләсәкте бәйләр күпер. "Теле барҙың иле бар" ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
#МойРоднойЯзык2024 #МинеңТуғанТелем2024 #ДеньРодногоЯзыка2024 #ТуғанТелКөнө2024