Иҫке Бәпес ауылында яҡташыбыҙ, танылған шағирә Фирүзә Абдуллинаның "Әсәйем һабаҡтары" тип аталған яңы китабының исем туйы үтте. Нәҡ бөгөн - Башҡорт теле көнөндә уҙғарылған кисә ҙур рухиәт һәм сәнғәт байрамына әүерелде.
Шағирәнең шатлығын уртаҡлашырға республиканың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзалары, башҡорт эстрадаһы йырсылары, композиторҙар, Баймаҡ районынан яҡташтары, район мәктәптәренән башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ауылдаштары килде.
Фирүзә Дәүләтша ҡыҙына киләсәктә лә илһамланып ижад итер өсөн ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы юлдаш булһын.