❗ИРТӘГӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТҠА бараһығыҙмы?

⚡Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2 форматта яҙып була:
✅офлайн - майҙансыҡтарҙа йыйылып, дикторҙар уҡыуын тыңлап;
✅онлайн - дикторҙар уҡыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында йәки социаль селтәрҙәр аша тыңлап.

?Онлайн яҙыусылар өсөн теркәлеү кәрәкмәһә, офлайн майҙансыҡтарҙа яҙыусылар bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә тейеш.

❓Майҙансыҡтарҙың һаны бихисап, үҙегеҙ һайлағанын сайтта нисек табырға? Аңлатабыҙ.

1. bashdictant.ru сайтын асырға;
2. ⁠Офлайн формат бүлеген табырға;
3. "Ҡатнашыусыларҙы теркәү" төймәһенә баҫырға;
4. Инструкция буйынса кәрәкле мәғлүмәтте ҡулланып теркәлгән майҙансыҡтар араһынан кәрәклеһен һайлап алырға.

Диктант тамамланғандан һуң эштәрегеҙҙе майҙансыҡтың ойоштороусыларына ҡалдырығыҙ.

?Онлайн яҙыусыларға эштәренең фотоһын йәки сканын телеграмдағы @bash_dictant_bot ботына йәки Адрес электронной почты защищен от спам-ботов. Для просмотра адреса в браузере должен быть включен Javascript. электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

photo 2025 04 25 19 56 34