26 март Ҡарламан мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтынан педагогтар килеп башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыларына «Яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың методика һәм теорияһы» темаһына бюджет курс үткәрҙеләр.
Уҡытыусылар алдында башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы һәм филология фәндәре кандидаты Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улы сығыш яһаны. Зәкиә Муллағәле ҡыҙы Федераль дөйөм белем биреү программаһы, башҡорт теленән эш программалары буйынса ентекле һөйләне.Әхәт Ғәлим улы берҙәм дәүләт имтиханы, функциональ грамотлылыҡ тураһында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыларын киләсәктә лә шундай йөкмәткеле, файҙалы курстар менән көтөп ҡалабыҙ!