Бөгөн, йәғни, 22 декабрь, күңелдәрҙә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырып, алтынсы йыл үткәрелгән бөтә Рәсәй "Башҡорт мозаикаһы" фестивале артта ҡалды. Ул тематикаһы буйынса ғәзиз атайсалыбыҙға бағышланды. Барлығы алты йөҙгә яҡын эш ҡабул ителде. Һәр төрлө секциялар, күргәҙмәләр эшләне. Өр-яңы ғына өс ҡатлы мәктәбебеҙ төрлө тарафтарҙан йыйылған уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.

Иркен тамаша залы талантлы балаларҙың берсә дәртле бейеүҙәренән дер һелкенде, берсә атайсалыбыҙға бағышланған моңло йырҙарға күмелде, берсә илаһи ҡурай моңона сорналды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы мәктәбебеҙҙең тоғро дуҫы Марсель Ҡотоевтың сағыу сығышы сараның бер йәме булды. Был фестиваль уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен арттыра, тиҫтерҙәре менән аралашырға, дуҫтар табырға ярҙам итә, яңы исемдәр аса. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, туған телебеҙгә битараф булмаған быуын үҫтереү бөгөн беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Бөгөнгө күркәм сарала ҡатнашҡан конкусанттарыбыҙға беҙ киләсәктә яңы асыштар, сағыу балҡыштар, ижади уңыштар теләп , бер йылдан ҡабаттан осрашырға һүҙ ҡуйышып, оҙатып ҡалдыҡ.

5 93K qnKEA9LYkgKNijv4BkbTlEwytskbkp3WQbd8ugc1 BfCJqibsifhyQjFowIgjFfYg65SLzYqbbAUklEBhEXIEX7jd3xy0

Фанзиля Баемова - https://vk.com/wall101578840_4881