22 март Өфө ҡалаһында "Биҙәк " балалар республика фестиваль-конкурсының финалы үтте. Был конкурста республикабыҙҙың 18 район һәм 5 ҡалаһынан килгән балалар ҡатнашты. Конкурс 3 номинацияла үтте: прозанан өҙөк һөйләү, халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы «Яланда» бейеүен күрһәтеп 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде (Етәксеһе- Ғафарова Ләйлә Рифҡәт ҡыҙы).

Ҡабаҡ ауылы лицейынан 9-сы класс уҡыусылары халыҡ бейеүҙәре номинацияһында ҡатнашып,3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар (Етәксеһе-Тузбәкова Раушания Минәсләмовна).Уҡыусылар тамашасыларға «Ҡурай» башҡорт бейеүен тәҡдим иттеләр.

«Һәр бала тырышып, сәмләнеп сығыш яһаны. Конкурс бик матур үтте.Талантлы балаларға һоҡланып, шатланып ҡайттыҡ”,- тиҙәр балаларҙы әҙерләгән уҡытыусылар.

photo 2 2024 03 25 09 41 36photo 4 2024 03 25 09 41 36photo 5 2024 03 25 09 41 36photo 6 2024 03 25 09 41 36