Авторизация

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 24 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһын үткәрҙе.

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарғайнылар, быйыл акция йәнә лә онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы.

2021 йылдың 24 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыны:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙһа, дөйөм белем биреү, һөнәри белем биреү ойошмалары, юғары укыу йорттары, мәҙәниәт учреждениелары, коммерция предприятиелары, ижтимағи ойошмалар офистарында һ.б. урындарҙа оффлайн форматта ҡатнашты.

Диктантты 2021 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин әле. Әлеге мәлдә Ҡырмыҫҡалы районының дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡатнашыусылар һаны 2500 яҡын.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ҙур масштаблы һәм күркәм байрам кәйефендә үтте.

диктант 2диктант 3диктант 4диктант 5диктант 6Диктант 8