Авторизация

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – «Дәрес» һынауы башланды.

Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә конкурстың был этабы быйыл «Берҙәм дәрес» форматында ZOOM каналы аша үтте.

Конкурсанттарға уҡытыу программаһы нигеҙендә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, юбиляр яҙыусылар һәм шағирҙар ижадына бәйле темалар тәҡдим ителде. Улар араһынан уҡытыусылар үҙҙәренең күңеленә ятҡанын һайлап алып, дәрес үткәрергә тейеш ине.

Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, ят класта дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел. Әммә конкурсантыбыҙ Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙы Прибельский ауылы урта мәктәбе базаһында методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған «Башҡорттар китте һуғышҡа» тигән темаға 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизия яугирҙарына арналған шәп асыҡ дәрес үткәреп ебәрҙе. Артабан да Лилиә Азамат ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!

6bd69c4a 66fa 4eb4 a8d9 c13475fac498 8ff04344 b134 4181 9553 c224f70f19af560c48d2 51ec 4783 8e6b 790eeaaba6b8 bc1fd309 9a04 4e1f b065 55ed39306072